|
Главная » 2023 » Октябрь » 07
#Уҡытыусы_Һәм_остаз_йылына арналған ҡала ижади эштәр конкурсында В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернат уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.
1-се урын - ХА,
ҠА;
2-се урын - КӘ, ЯӘ;
3-сө урын - ҠФ, ВӘ.
Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
|
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым,
Күңелемә яҡын байрам –
Уҡытыусылар көнө.
Беҙгә белем бирер өсөн
Улар ялғай көн, төндө.
Ихлас күңелдән ҡотлайым,
Айырмай берегеҙҙе.
Хисапларға өйрәттегеҙ,
Һөйөргә телебеҙҙе.
Һалған көстәр, бар тырышлыҡ
Сыҡмаҫтар эҙһеҙ юҡҡа.
Белемлеләр һыуҙа батмаҫ,
Янып та тормаҫ утта!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым,
Ҡыҙғанмайһың үҙеңде.
Шуҡлыҡтарҙы кисерәһең
Булғанға бик түҙемле.
|
Әйҙәр елкән
Рәхмәтлемен тәүге көндән алып
Үҙ балаңдай мине күргәнгә.
Белемегеҙ менән уртаҡлашып,
Ғилем тауҙарына менгәнгә.
Үрнәкһегеҙ миңә ынтылырға,
Тырышамын һеҙгә оҡшарға.
Ауырлыҡҡа ебеп төшмәйенсә,
Хыялдарға ҡыйыу атларға.
Мәктәбемә тәүге килгәндә үк
Ҡолас йәйеп ҡаршы алдығыҙ.
Тормош даръяһында юғалмаҫҡа
Әйҙәр елкән булып ҡалдығыҙ!
|
День самоуправления и праздничный концерт - в подарок дорогим учителям! Танцы, песни, море позитива, шквал эмоций! Спасибо, ребята!
|
|
|
|
| | |