Интернатым – йәнтөйәгем,
Яҡты рухым шишмәһе.
Баласаҡтың – йәшлегемдең
Һиндә үтә иртәһе.
Интернатым – ғорурлығым,
Күптәрҙең һин үҙ йорто.
Балаларға белем бирҙең,
Китмәһен, - тип – ил ҡото!
Үҙ йортоңда илдең ҡотон
Һаҡлау беҙҙең ҙур бурыс.
Әҙерләйһең алмашсылар,
Йәшәһен, - тип – ил тыныс!
Интернатым – ғорурлығым,
Күптәрҙең һин үҙ йорто.
Балаларға белем бирҙең,
Китмәһен, - тип – ил ҡото!
Илһам бирҙең, иман бирҙең,
Тормошҡа юл күрһәттең.
Дуҫлыҡты һин байраҡ иттең,
Еңеүҙәргә өйрәттең.
Интернатым – ғорурлығым,
Күптәрҙең һин үҙ йорто.
Балаларға белем бирҙең,
Китмәһен, - тип – ил ҡото!
Ф. Әгҙәмов һүҙҙәре, Н. Ноғманов музыкаһы