Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Меню сайта

Фотоальбомы

Главная » Фотоальбом » Мои фотографии » Выпускник 1959 года Борис Сагитов

Выпускник 1959 года Борис Сагитов

Когда над Родиной нависла угроза,в период Карибского кризиса,добровольно выбрал военную службу
937 4 5.0

Добавлено 01.03.2014 Скорпион

Всего комментариев: 4
4 Скорпион8363  
Хәрби кеше, ғаилә башлығы булараҡ Борис Ғиниәтулла улын күптәргә үрнәк
итеп ҡуйырға мөмкин. Ҙур шәхес кимәленә
күтәрелеү юлында яҡташыбыҙға, һис шикһеҙ,
уның тормош иптәше Долорес Аллағолова
ла булышлыҡ итә. Бынан ярты быуат элек,
балалар йортонда осраштыра уларҙы
яҙмыш. Карпат тауҙарынан алып Алыҫ
Көнсығышҡа тиклем бергә хәрби хеҙмәт
юлын үткәндә, уға ышаныслы тыл да,
кәңәшсе лә була. Күркәм ғаиләлә ике бала
үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Наилә - галерист,
Америкала йәшәй. Улдары Рауил - медицина
фәндәре докторы. Ейән-ейәнсәрҙәре Таһир
менән Лилиә лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен
һайламаҡсылар.
Бөгөн яҡташыбыҙ Өфө ҡалаһында
йәшәй. Ҙур тормош юлы үткән яҡташыбыҙ
менән туған-тыумасалары менән беҙ ҙә
ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә һеҙгә заман
ел-дауылдарына бирешмәйенсә, иҫән-һау
йәшәргә насип булһын.

3 Скорпион8363  
Шул китапҡа ҡарата яҙылған бер фекер тәҡдим
итәбеҙ:
«Һаумыһығыҙ, Борис ағай! Беҙ бөгөн
әсәйем менән Һеҙҙең китабығыҙҙы алдыҡ.
Шул тиклем тиҙ килеп етер тип көтмәгәйнек
һәм китапты алып бик һөйөндөк. Әсәйем
менән уни тиҙ арала уҡып сыҡтыҡ. Ә
иртәгә мин уны мәктәпкә алып барып
дуҫ-иштәремә күрһәтәм. Ҙур дәрәжәле
Аллабирҙе нәҫеленән булыуым менән
ғорурланам. Атайым яғынан кемдер беҙҙе
эҙләп табыр тигән уй ҙа юҡ ине. Ә мин
туғандарға бик бай икәнмен һәм миңә шул
бигерәк мөһим. Атайыбыҙ вафат булғандан
һуң миндә уның бер фотоһы һәм яҡты
иҫтәлектәр генә һаҡлана ине. Ә хәҙер
минең ағай-апайҙарым, инәй-бабайҙарым
һ.б. бар. Улар эргәмдә, йәки беҙ йәшәгән
ҡалала булмаһалар ҙа, улар бар! Мин дә
Сәғитовтар нәҫелен изге эштәр менән
дауам итеп, тормошомда ҙур уңыштарға
ирешәсәкмен. Беҙҙең ғаилә исеменән Һеҙгә
ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм иҫәнлек-
һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Хөрмәт менән
Максимильян Сәғитов, Ташкент калаhы."

2 Скорпион8363  
Архив материалы буйынса 1812 йылғы Ватан һуғышы яугире есаул Аллабирҙе Аҫылморатовтан алып, бөгөнгәсә тыуған иленә хеҙмәт иткән, ғорурланырлыҡ ҡан туғандары барлығын асыҡлай. - О л а т а й ы м И б ә т у л л а З а һ и ҙ у л л а у л ы А л л а б и р ҙ и н ( 1 8 6 1 - 1 9 1 9 ) Рәсәй императорының гвардия полкында хеҙмәт иткән. Өлкән улы Минеғужа тәүҙә - батша армияһында офицер, революция башланғас, ҡыҙылдар яғына сығып, граждандар һуғышында РККА составында аҡтарға ҡаршы көрәшә. 1919 йылда аҡтар ҡулына эләгеп, язалана -- Стәрлетамаҡ мунсаһында эҫе һыуға бешереп үлтерәләр. Ибәтулланың икенсе улы Исхаҡ -мәҙрәсә тамамлап, Беренсе донъя һуғышында полк муллаһы вазифаһын башҡара. Граждандар һуғышында ла ҡатнаша. Зәки Вәлиди ҡулы аҫтында эшләүе һөҙөмтәһендә, «халыҡ дошманы» мөһөрө тағылып, Сталин лагеры яфаһын да татый. Әйткәндәй, Исхаҡ бабайымдың улы Спартак Сәғитов Мәскәүҙә оборона өлкәһендә эшләп, фән докторы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты булған кеше. Һиҙиәтулла бабайым 30-сы йылдарҙа колхоз төҙөү эшендә ҡайнай, Йәлембәттә төрлө йылдарҙа «Үрнәк» колхозы, ауыл Советы рәйесе вазифаларын башҡара. Һуғыштан ул һыңар аяҡ менән ҡайта. Атайымдың бер туған ҡустыһы Исмәғил ағай хәрби - Башҡорт кавалерия дивизияһы составында илде азат итеүҙә ҡатнаша. Капитан. Тыуған ауылына ауыр яра алып, сәләмәтлеге ҡаҡшап ҡайта ул. Күрәһегеҙме, бер ғаиләнән генә күпме яугир сыҡҡан! Ә ике - өс туғандарҙы ла барлай башлаһаң, осона сығырлыҡ түгел! - ти ғорурлыҡ менән Борис Сәғитов. Ә үткән йыл ул 40-тан ашыу быуын нәҫел-нәсәбе индерелгән «Есаул Аллабирҙе нәҫеленең үткәне һәм хәҙергеһе» («Былое и настоящее рода есаула Аллаберды») шәжәрә китабын эшләп, туғандарына бүләк итә.

1 Скорпион8363  
Из газеты Стерлибашевского р-на "Стэрлебаш шишмэлэре" №3 (2723) от 14 января 2016 года.
Яугирҙәр династияһынан. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә һуғыш осоро балалары тураһындағы хәтирәләр йышыраҡ иҫкә төшә. Уларҙың Бөйөк Ватан һуғышы ҙур юғалтыуҙар менән күп кешеләрҙең
яҙмышын да үҙгәртә. Борис Ғиниәтулла улы Сәғитовты  тыуған
еренән тап ошо ҡәһәрле һуғыш айыра. Атаһы Ғиниәтулла Сәғитовты тәүге көндәренән үк фронтҡа алалар,балаһын ҡарынында йөрөткән ҡатынына ҡара ҡағыҙ килә.
100-сө уҡсылар дивизияһының взвод командиры, кесе лейтенант Ғиниәтулла
Сәғитов сентябрҙә Ельненск эҙәрлекләү операцияһы барышында батырҙарса
һәләк була.Яҡташыбыҙҙың яҙмышы хаҡында беҙгә Зөбәржәт
Ишморатова бәйән итте.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Атайһыҙ үҫһә лә, аяҡҡа баҫырға, һәр ерҙә
ауырлыҡтан ҡурҡмай алғы сафта булырға
ынтыла Борис. Тәүҙә белем алам тип
Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге балалар
йортона бара. Урта белем алған егет тәүҙә Стәрлетамаҡ
ҡалаһының 15-се техник училищеһын
ҡыҙыл дипломға тамамлай. Стәрлетамаҡта синтетик
каучук заводында эшләгән йылдарында йәш
белгес булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәре
араһында намыҫлы, ғәҙел һәм иғтибарлы
булғаны өсөн ҙур абруй ҡаҙана.Тырыш, принципиаль
егет артабан уҡыуын камиллаштырырға
теләп, Ырымбур хәрби зенит - артиллерия
училищеһына уҡырға инә һәм уңышлы
тамамлай. Тыуған иле именлеге хаҡына бар көсөн
һалып хеҙмәт итә ул. Шулай уҡ Чехия һәм
Украинала хәрби бурысын үтәй. Отставкаға
сығыр алдынан, майор Сәғитов зенит
дивизияһы штабына етәкселек итә. Тыуған ерен, нәҫел-нәсәбен
күреү теләге уға тынғы бирмәй. Әйткәндәй, Тап шул
ҡыҙыҡһыныу шәжәрә төҙөүгә этәргес бирә
лә уға.
- Ете быуынды белеү ҙә, нәҫел ағасын
барлау ҙа ҙур тәрбиәүи сара булып тора
тип иҫәпләйем, - ти Борис Ғиниәтулла улы.
- Балалар: «Атай, нәҫелебеҙ тарихта ниндәй
эҙ ҡалдырған? Өлгө алырлыҡ кемебеҙ
бар?» - тип һораһа, мин улар ҡулына тормош
китабы - шәжәрәне тотторормон, тим. Тарих
төпкөлөнә күҙ ташларға тағы ла бер бәләкәй
генә ваҡиға сәбәпсе булды. Улыбыҙ өйләнгәс,
Гүзәл киленебеҙ ауыҙ тултырып, «атай»
тип өндәшеүе күңелгә майҙай яғылды,
хатта күҙгә йәш эркелде. Тимәк, мин ғаилә
башлығы, атай булараҡ,ырыуыбыҙ хаҡында
мәғлүмәт туплап, «Балалар, халҡыбыҙҙың
ғорурлығы - ата бабаларыбыҙҙың рухына
тап төшөрмәгеҙ!» тип нәсихәт бирергә
бурыслымын. Етем тип, үҙ эсеңә бикләнеп,
айырым «утрау»ҙа йәшәү дөрөҫ түгел. Ағай
- эне менән аралашып, бер - береңә терәк
булып донъя көтөргә кәрәк.
Шул ниәт менән 90-сы йылдарҙа партия
осоро йылдарында ул Стәрлебаш район
партия комитетына шылтыратып, атаһы
яғынан туғандары хаҡында һорашып
белешә. Был турала, әлбиттә, уларға ла
хәбәр итәләр. Һәм, Борис тәүәкәлләп,
Йәлембәткә килә, әммә береһенә лә инергә
баҙнат итмәй. Йән тартмаһа ла ҡан тарта
тигәндәй, бер аҙ ваҡыттан һуң ул барыбер
килә тыуған ауылына.

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Поиск
Ссылки Сетевичка
Copyright MyCorp © 2024