Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Меню сайта

Главная » 2018 » Март » 1 » “Етегән” байрамы
13:05
“Етегән” байрамы

Яҙҙың беренсе көнөндә республикабыҙҙа ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө - “Етегән” байрамы уҙғарыла. Ғаилә йылында был сара- икеләтә  шатлыҡлы хәл.
  Беҙҙә был байрамдан ситтә ҡалманыҡ. Бына өсөнсө йыл инде “Етегән” байрамы, тәрбиәселәр һәм уҡыусылар тарафынан ойошторолоп, мәктәп күләмендә уҙғарыла.
  Был сараға алдан етди әҙерлек эше алып барыла. Тамаша залында 8а класы уҡыусылары тарафынан ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ тураһында күңелле йырҙар, матур шиғырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды.


"Матур ғаилә - ил күрке" тигән мәҡәлгә уҡыусылар үҙҙәренең олатай-өләсәйҙәренең, атай-әсәйҙәренең һоҡланғыс татыу ғаиләләре тураһында ғорурланып һөйләнеләр .  
  Ошондай тәрбиәүи саралар хәҙерге заман балалары өсөн бик тә фәһемле һәм ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡорт рухлы ғаиләләрҙә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре нигеҙендә балалар тәрбиәләнһә, беҙҙең киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа, тип шатланырға ғына ҡала.

Просмотров: 469 | Добавил: licey | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Поиск
Календарь
«  Март 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031
Ссылки Сетевичка
Copyright MyCorp © 2024